Яҙғы төн. Ситдиҡова Гүзәл.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Яҙғы төн

Яҙғы төн



Әрмәнделәр төндә көй һуҙалар
Һандуғастар менән уҙыштан,
Улар ҙа бит Хоҙай хөкөмөндә -
Йәндәренә хистәр тулышҡан.
Һандуғасҡай моңо илата ла,
Әрмәндекәй күңел йыуата -
Мөхәббәттән бер кем мәхрүм түгел,
Йәне барҙар йән тип йән ата.
Үҙ моңдары үҙҙәренә таман,
Үҙ төҫ-һыны йәмле үҙенә,
Түл йәйергә ергә яратылғас,
Әрмәнде лә өҙөлөп-өҙөлә.
Һөйөү - батша!
Моңһоҙ моңо менән
Әрмәнделәр йырлай ойотоп.
Йыһан дирижеры буйһондорған
Яҙ төнөнөң һанһыҙ дуэтын.
Ҡануны шул – хатта әрмәнде лә
Йәшәтергә теләй үҙ затын!
...Абортарий тәҙрәһенән ҡарап
Өнһөҙ генә илай бер ҡатын.


2012